Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:13 - Инжил

13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:13
36 Iomraidhean Croise  

– Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән.


Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.


Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?


Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.


Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.


Раббы Ғайса былай тип тамамлаған: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме?


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән.


Ә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапмағандар.


Былар бөтәһе лә: – Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.


Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән.


Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.


уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.


Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.


Апалы-һеңлеле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте».


– Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны. – Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.


– Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине.


Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


илағандар иламаусылар, бәхетлеләр бәхетһеҙҙәр, һатып алыусылар алынғанды үҙҙәрендә тотмаусылар,


Имандаштар, һеҙ өмөтһөҙ кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.


Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan