Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:21 - Инжил

21 Әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ, Әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:21
56 Iomraidhean Croise  

Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.


Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ.


Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ.


Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.


Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan