Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:13 - Инжил

13 Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырған, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:13
20 Iomraidhean Croise  

Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя,


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


Ул, халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр.


Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, ҡылған эштәре һәм ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.


Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.


Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.


Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,


Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.


Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan