Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:12 - Инжил

12 Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:12
23 Iomraidhean Croise  

Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.


Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.


Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды.


Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,


Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде.


Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуҙары ныҡ ҡабарған, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорған.


Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төшкән. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтөн Йәһүҙиәнән дә, Иерусалимдан да, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылған.


Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.


Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән.


Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән.


Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы.


Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan