9 Балыҡтың күп эләгеүе Симон Петрҙы ла, уның менән булған бөтәһен дә ҡурҡыуға һалған.
9 Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды.
Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.
Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған.
Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.
Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.