Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:10 - Инжил

10 Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:10
14 Iomraidhean Croise  

Күктәр Батшалығы йәнә диңгеҙгә һалынған һәм төрлө балыҡ һөҙөп алынған йылымға оҡшаш.


– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.


Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.


Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.


– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.


Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырған. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙған.


Балыҡтың күп эләгеүе Симон Петрҙы ла, уның менән булған бөтәһен дә ҡурҡыуға һалған.


Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,


Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.


Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan