Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:41 - Инжил

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:41
14 Iomraidhean Croise  

Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.


Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!


Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр.


Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.


Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan