Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:23 - Инжил

23 Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:23
20 Iomraidhean Croise  

Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы. – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар.


Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса унан китеп, Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе.


Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған.


Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,


Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән.


Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә:


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan