Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:18 - Инжил

18 «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:18
56 Iomraidhean Croise  

Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


«Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.


Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ, быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.


Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».


– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.


Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,


Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.


Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Ерҙәге батшалар, башлыҡтар, бергә йыйылып, Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы күтәрелделәр».


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan