Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:17 - Инжил

17 Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Уға Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең китабын бирҙеләр. Ғайса ҡулъяҙма төргәген һүтеп, ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапты:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:17
9 Iomraidhean Croise  

Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән.


Дауыт үҙе үк Зәбур китабында: «Раббы-Аллам Хужама әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“».


Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.


Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм уларҙы йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Израиль халҡы! Ҡырҡ йыл буйы сүлдә малдар һуйып, Миңә тип ҡорбан килтерҙегеҙме?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan