Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:16 - Инжил

16 Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:16
14 Iomraidhean Croise  

Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән.


Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған.


Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.


Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:


– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.


Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.


– Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan