Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:15 - Инжил

15 Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Ул ғибәҙәтханаларҙа, аң-белем биреп, халыҡты өйрәтте, һәм барыһы ла Уға дан йырланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:15
10 Iomraidhean Croise  

Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы. – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы.


Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.


Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!


Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.


Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.


Ғайса шәмбе көнө бер ғибәҙәтханала өйрәткән.


Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan