Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 3:3 - Инжил

3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 3:3
12 Iomraidhean Croise  

Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.


һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.


Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып киткән.


Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Вифанияла булды.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.


Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя, тәүбәгә килеү билдәһе булған һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәп, бөтә Израиль халҡына вәғәз һөйләне.


– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.


Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan