Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 3:22 - Инжил

22 һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 3:22
21 Iomraidhean Croise  

«Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.


Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.


Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде.


Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.


Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.


Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.


Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды.


Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!


– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.


Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.


Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.


Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan