Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 3:11 - Инжил

11 Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 3:11
22 Iomraidhean Croise  

Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.


һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.


Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне: – Нимә, әфәнде? – Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?


Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan