10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.
10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны.
Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?
Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.
– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.