51 Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған.
51 Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.
Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.
Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән.
Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан.
– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.
Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.