Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 24:44 - Инжил

44 Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

44 – Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 24:44
88 Iomraidhean Croise  

Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?


Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр.


Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.


Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә


– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.


– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.


Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!


Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы.


Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.


Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.


Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.


Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.


Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә.


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan