9 Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған.
9 Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы.
Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.
Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы.
Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.
Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни өндәшмәне. Быға Пилат бик ныҡ ғәжәпләнде.
Ғайса уларға былай тип яуаплаған: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйтегеҙ.
Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән.
һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.
Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде. Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ, ауыҙын да асманы.
Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.