Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 23:5 - Инжил

5 Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 23:5
24 Iomraidhean Croise  

Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.


Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.


Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған.


Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған.


Пилат, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораған.


Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып: – Миңә эйәр! – тине.


Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилат. Баш руханиҙар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.


Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килер микән?


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Яхъя, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ, тип иғлан иткәндән һуң, Галилеянан башлап бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ:


Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты.


Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра бөтәһе бергә Стефанға ташланды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan