Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 23:41 - Инжил

41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 23:41
19 Iomraidhean Croise  

Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.


– Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.


Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.


Икенсеһе иһә, киреһенсә: – Һин үҙең дә Уның кеүек үк хөкөм ителгәнһең, хәҙер ҙә Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? – тип тегене тыйған. –


һәм Ғайсаға: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.


Һеҙҙең – иман тотоусылар алдында, үҙебеҙҙе ни тиклем намыҫсан, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan