5 Тегеләре ҡыуанып киткән һәм Йәһүҙәгә аҡса вәғәҙә иткән.
5 Тегеләре, ҡыуанып, Йәһүҙәгә аҡса бирергә булдылар.
Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән.
Йәһүҙә, бының менән килешеп, Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләгән.
Харам аҡсаға ер һатып алды, әммә шул ерҙә йығылып, уның эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты.
Әммә Петр уға: – Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –
Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар үҙенең яуыз эштәре өсөн табыш алыуҙы яратҡан Валаамға, Восор улына, эйәрҙе.
Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.
Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.