41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:
41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.
Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.
Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.
Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.
тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.
Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.
Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.