Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:2 - Инжил

2 Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:2
12 Iomraidhean Croise  

Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.


Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan