Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:11 - Инжил

11 Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын Мин ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Ҡотҡарылыу байрамы ашын шәкерттәрем менән ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:11
9 Iomraidhean Croise  

Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ул ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрер, – тине Ул.


Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ.


Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.


Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.


Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып: – Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.


Ғайса былай тигән: – Ҡалаға ингән саҡта һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ һәм ул ингән өйгә инегеҙ.


Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.


Шулай тине лә Марфа китеп барҙы һәм һеңлеһе Мәрйәмде саҡырып алды: – Остаз бында, Ул һине саҡыра.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин уның менән, ә ул Минең менән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan