Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 21:7 - Инжил

7 Ғайсанан: – Остаз, әйткәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һорағандар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Ғайсанан: – Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 21:7
13 Iomraidhean Croise  

Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.


– Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тигән.


Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan