1 Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән.
1 Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.
Баш руханиҙар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла Йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.
Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.
Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.