Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 20:16 - Инжил

16 Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 20:16
24 Iomraidhean Croise  

Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.


– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар.


Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер?


Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ.


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын.


Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр, һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».


Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине.


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ?


Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.


Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем.


Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә!


Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!


Әгәр ҙә Мәсихтәге аҡланыуға ынтылып та, үҙебеҙ үк гонаһлы булып сыҡһаҡ, Мәсих гонаһ хеҙмәтсеһе буламы ни? Улай түгел!


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan