Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 20:1 - Инжил

1 Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 20:1
10 Iomraidhean Croise  

Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.


Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.


– Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп,


Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan