Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:9 - Инжил

9 Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Ҡапыл улар алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды, һәм уларҙы Раббының данлы балҡышы солғап алды. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:9
27 Iomraidhean Croise  

Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Фәрештә Мәрйәм янына килеп: – Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәшкән.


Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән.


Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған.


Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.


Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты: – Тора һал! Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.


Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.


Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән.


Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: данынан ер яҡтырҙы.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan