5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған.
5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине.
Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән.
Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.
Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған.
Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән.