47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.
47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды.
Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы. – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар.
Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.
Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды.
Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.
Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. –
Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған.
Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған.
Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.