40 Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән.
40 Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.
Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән.
Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.
Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.
Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.
Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын.