Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:4 - Инжил

4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:4
24 Iomraidhean Croise  

Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.


Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған.


Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,


Нафанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең.


Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan