Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:25 - Инжил

25 Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:25
22 Iomraidhean Croise  

Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, Аримафейҙан Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны.


Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.


Улар икеһе лә Раббының әмерҙәрен дә, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналған.


Яхъяның атаһы Зәкәриә, Изге Рух менән һуғарылып, пәйғәмбәрлек итеп былай тигән:


Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән.


Башҡа ағзаларҙың ҡарарын һәм эшен хупламаған. Ул Йәһүҙиә ерендәге Аримафей ҡалаһынан булған һәм Алла Батшалығы килеүен көткән.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.


Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan