Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:1 - Инжил

1 Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:1
13 Iomraidhean Croise  

Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.


Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған.


Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда,


Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар Клавдий заманында булды).


Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Павел.


Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фест.


Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр.


Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan