Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:7 - Инжил

7 Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:7
11 Iomraidhean Croise  

Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:


«Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.


Быны күреп, фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һоранылар.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән.


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan