6 Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән.
6 Зәкхәйос тиҙ генә төштө лә Ғайсаны шатланып өйөнә алып ҡайтты.
Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып: – Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.
Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.
Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан.
Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған.
Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине. Ул беҙҙе күндерҙе.
Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.
Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.