Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:13 - Инжил

13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланып табыш алығыҙ», – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:13
15 Iomraidhean Croise  

Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала.


Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым».


Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым».


Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең ҡаты бәғерле кеше икәнеңде белдем: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың.


Ғайса былай тигән: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған.


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.


Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan