Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:12 - Инжил

12 Ғайса былай тигән: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:12
18 Iomraidhean Croise  

Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған.


– Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.


Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.


Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Бына Ул болоттарҙа килә, һәм Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan