10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.
Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ.
– Мин Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
– Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме?
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.
Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.