Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 18:16 - Инжил

16 Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ғайса иһә балаларҙы янына саҡырып: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 18:16
14 Iomraidhean Croise  

Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.


Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәүсе барса кешеләргә лә, – тип яуап бирҙе Петр.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Сөнки иманһыҙ ирҙең иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan