Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:6 - Инжил

6 Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Раббы Ғайса былай тине: – Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:6
13 Iomraidhean Croise  

– Кил, – тине уға Ғайса. Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы.


– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ.


– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.


Ул кешенең үҙ баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаған: үҫеп еткәс ағасҡа әүерелә һәм ҡоштар уның ботаҡтарында оя ҡора.


Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән?


Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan