Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:3 - Инжил

3 Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:3
18 Iomraidhean Croise  

Шунан Уның янына Петр килеп: – Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,


Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan