Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:16 - Инжил

16 Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:16
21 Iomraidhean Croise  

Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.


Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.


Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа?


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).


– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙ түбән ҡапланып Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan