Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 16:2 - Инжил

2 Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 16:2
23 Iomraidhean Croise  

Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән: – Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр.


Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам.


Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.


Ә бына Алла серҙәре ышанып тапшырылғандарҙың тоғро булыуы талап ителә.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә хөкөм көнөндә асылыр.


Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәктәр әле.


Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan