1 Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған.
1 Ғайсаны тыңларға тип барлыҡ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр йыйылды.
Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?
Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.
Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.
Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.