Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 13:21 - Инжил

21 Ул әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше аҙ ғына әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Ул ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 13:21
13 Iomraidhean Croise  

Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше әҙ генә әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.


Ғайса һүҙен дауам иткән: – Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым?


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan