12 Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.
12 Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.
Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.
Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған.
Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған.
Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.