57 Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнлеген үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ?
57 Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнен үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ?
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.
Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.
уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ.
Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ғибәҙәт мәлендә ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме?
Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң?